"Шоңҡар" башҡорт йәштәре журналының сайты.

"Шоңҡар"ҙың проекттары

kosh yuli_14
"Ҡош юлы - 2016"
Гитарала уйнап йырлаусыларҙың V асыҡ конкурсы.
                    күкрәгемде..."
Шиғыр ятлау видеоконкурсы.


Яратып уҡыған баҫмағыҙға яҙылырға онотмағыҙ!
"Шоңҡар" журналына ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы - 620 һум 04 тин (бер айға - 103 һум 04 тин). Шулай уҡ журналға яҙылыуҙың арзан юлдарын да тәҡдим итәбеҙ. Коллективығыҙ менән яҙылһағыҙ (кәмендә 20 дана), редакция журналды эшләгән урынығыҙға үҙе килтереп бирә. Ул саҡта почта сығымдарын үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ һәм ярты йылға яҙылыу хаҡы 480 һум килеп сыға.

"Шоңҡар"ҙың видеоканалы

"Шоңҡар" журналының YouTube системаһындағы видеоканалы.  ҠАРАЙБЫҘ!!!

Төп иғтибар - йәштәргә

bashinformБөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының беренсе съезы 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк. 24 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов ошо хаҡта хәбәр итте.
Тәүге съезд 27 августа Сибайҙа уҙа. Ойоштороусылар «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы һәм урындағы хакимиәт.Сараның программаһында пленар ултырыш, Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының съезы, төбәк-ара һәм район-ара башҡорт ҡоролтайҙары кәңәшмәһе, ҡала һәм Баймаҡ районы Темәс ауылы буйлап экскурсия, тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына барыу, «Юлдаш» радиоһының ижади төркөмө ҡатнашлығында концерт ҡаралған.
Форум төбәк-ара бәйләнештәрҙе һәм халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу, башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыу, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн үткәрелә, тип билдәләне Әмир Ишемғолов.
Республикала зона (район-ара һәм төбәк-ара) ҡоролтайҙар булдырыу форумдың икенсе мөһим ваҡиғаһы буласаҡ. Беренсе зона Урал аръяғы (үҙәге Сибай ҡалаһы). Икенсеһе Бәләбәй зонаһы (үҙәге Бәләбәй), артабан Нефтекама. Һуңынан үҙәктәр Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Малаяҙҙа урынлашасаҡ. Планлаштырылған өсөнсө сара Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайын ойоштороу.
 

Сибайҙа мөнәжәт әйтеүселәр йыйыла

munagat9 сентябрҙә Сибайҙа IV Төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы ойошторола. Бәйгелә мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә Ҡөрьән сүрәләре номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнә. Сығыштарҙы компетентлы жюри ағзалары баһалай. Уның составына танылған сәсәндәр, мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре инә.
Конкурсты ойоштороусылар Республика халыҡ ижады эргәһендәге Сәсәндәр мәктәбе, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Сибай сәнғәт колледжының «Урал батыр» сәсәндәр мәктәбе, «Ағинәйҙәр ҡоро», Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Конкурс халыҡ мәҙәниәтенең һирәк башҡарылған жанрын, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау, иң яҡшы башҡарыусыларҙы асыҡлау, мөнәжәттәрҙе тергеҙеүгә һәм башҡарыуға йәмәғәт ойошмаларының иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә.
 

Драматург булырға теләһәң...

Өфөлә IV Республика заманса драматургия һәм режиссура семинар-лабораторияһына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Конкурста Башҡортостанда йәшәүсе теләгән һәр автор ҡатнаша ала.
teatr
Дәрестәрҙе илдең һәм Башҡортостандың төп театр белгестәре алып бара. Семинар барышында билдәле драматургтарҙың оҫталыҡ дәрестәре, режиссер лабораторияһы спектаклдәрен күрһәтеү, күренекле театр эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар һәм әңгәмәләр үткәреү ҡаралған. Эштәр өлкәндәр, үҫмерҙәр һәм балалар өсөн пьеса йүнәлештәре буйынса ҡабул ителә.
Семинарҙа ҡатнашыу өсөн 1 октябргә тиклем һуңғы ике йылда рус, башҡорт һәм татар телдәрендә яҙылған пьесаларҙы ебәрергә кәрәк. Башҡорт һәм татар телендәге конкурс эштәренең рус теленә тәржемәһе булырға тейеш. Максималь күләме 40 бит.
Автор тураһында мәғлүмәттәрҙе, ҡыҫҡаса ижади автобиографияны, паспорттың күсермәһен һәм пьесаның исеме, жанры күрһәтелгән әҫәрҙе Этот e-mail адрес защищен от спам-ботов, для его просмотра у Вас должен быть включен Javascript адресы буйынса ебәрергә мөмкин.
 

Эҫе август

zharaӨфөлә алтынсы температура рекорды теркәлгән. 21 августа Өфө-Дим метеостанцияһында иң юғары температура теркәлгән – 32,5 градус. Бынан алдағыһы – 32,1 градус 1951 йылда күҙәтелгән. Был хаҡта республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.
Башҡортостанда иң юғары температура – 28–34, Өфө метеостанцияларында 32,3–32,6 градусҡа еткән.
 

Һин барыһына ла хаҡлы!

reklamareklamaКүп кенә рекламалар “Һин быға хаҡлы!”, “Иң яҡшы әйбер – һинең өсөн!” – тип яр һала. Ысынлап та, бер генә йәшәйбеҙ был яҡты донъяла, һәр кемебеҙ ҡабатланмаҫ шәхес. Шулай булғас, ниңә тормоштан ләззәт табып, хыялдарҙы йүгәнләп көн итмәҫкә? Бәхет өсөн тыуғанбыҙ бит был ергә! Ләкин ысынбарлыҡ был ынтылышҡа күкрәк киреп ҡаршы сыға ла баҫа. “Һин әлегә бер кем түгел был донъяла, теләгәнеңде алдыңа йәйеп һалып, ни өсөн рәхәтлектә йөҙҙөрөргә тейеш әле мин һине? Тәү сиратта кемлегеңде күрһәт ”, – ти ул бар булмышы менән. Эйе, бер нәмә лә еңел бирелмәй. Барыһын да үҙебеҙ яулап, тау үренә үҙебеҙ артылырға тейешбеҙ. Моратына ҡарай кем нидәй юл һайлар – уныһы билгеһеҙ...
Юғары уҡыу йортона ингәндәр һәр ваҡыт күтәренке күңелле, көслө ихтыярлы, хыялдарға тос кеүек күренә миңә. Студент, аҡсаның етешмәүенә иғтибар бирмәй, гөрләтеп йәшәй, һәр ергә өлгөрә кеүек. Улар араһында бүленеш тә асыҡ сағыла: кемдер башҡаларҙы алдан әйҙәп, тирә-йүндәгеләренә дәрт-дарман өҫтәп, тулы ҡанлы тормош алып бара. Ундайҙарҙан уҡытыусылар ғына түгел, дуҫтары, курсташтары, яҡындары “ҙур кеше” сығыр тип өмөт итә. Ә икенселәр әллә ни күҙгә салынып бармай, беренселәрҙе “тамашасы залы”нан ғына күҙәтә. Дуҫтары яғынан да, уҡытыусылары йәһәтенән дә артыҡ иғтибар юҡ ундайҙарға. Шулай, ике тәбиғәтле студенттар тормоштоң бар яғын күңелендә сағылдырып, ғүмерҙәренең был мәлен иң күркәм осорға әүерелдерә.
Ә бына ҡулға диплом алғас, донъялар “алышынамы” ни. Тап шул ваҡытта тормош тигәндәренең ысынында нисегерәк булыуын күрә кисәге студент. Үҙемдән генә сығып әйтәм: оло тормошҡа аяҡ баҫыуы, уның ҡанундарына өйрәнеп китеүе бик ауыр, хатта ғазаплы. Өйрәнелгән дуҫтарыңдан айырылаһың, күнеккән студент тормошоңдо башҡа ҡанундарға алыштыраһың, эш табыу мәсьәләһе иһә тамам йөҙәтә. Тап ошо ваҡытта күп кенә йәш белгестәр араһында алған һөнәренә ҡарата икеләнеү кисергәндәр табыла башлай.
 
Страница 1 из 90

Беҙ – «Бәйләнештә»


 telefon_doveriya
Goszakupki
antiterr
You are here: Home

Һуңғы яңылыҡтар

Иң уҡылғандар